Рабочая программа по башкирскому языку и литературе для 5 класса



Башҡортостан Республикаһы

Яңауыл районы муниципаль районы

Яңауыл ҡалаһы лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Кафедра Килешелгән:

ултырышында УТЭ буйынса директор урынбаҫары

ҡаралды________/Л.А.Имамова/ ________________ / Р.Р.Солтанова /

Протокол №_____

«__»_________20__й.


Раҫлайым:

_____________________

лицей директоры.М.Ғәлиев /

Приказ №___

«__»__________2014 й.


2014-2015 уҡыу йылына

5-се класс өсөн

башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән

эш программаһы (ФГОС)


дөйөм сәғәттәр һаны – 34 сәғәт

аҙнаһына – 1 сәғәт иҫәбенән

Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы төҙөнө





Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008

Аңлатма яҙыу

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,

Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;

  • башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;

  • бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Әҙәбиәт

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

  2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

  4. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

  5. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

  6. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

  7. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

  8. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

  9. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)


Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу — уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

  2. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.

  3. Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

  4. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. — Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

  6. Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.

  7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

  8. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. — Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.

  • телевизор

  • видеомагнитофон

  • DVD плеер

  • компьютер

  • принтер

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан

айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.


Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

Баһалар



Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк



VIX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың баш7орт теле буйцынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарыныү береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. Тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренәдөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелг2н материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡулланабелеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмәңэҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

  1. материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәләрендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы ҡоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуғаа килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.


Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары

Инша һәм изложениеларҙы баһалау

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары



Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2.Фактик хаталар юҡ.

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4.Эштең һүҙлеге бай.

5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-5,телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.


3орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

4”

1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 8,телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.



7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,

13 пунктуацион,

5 грамматик хата

3”

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4.Эштә йөкмәтке яғынан -15,телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.



10 орфографик,13 пунктуацион,

8 грамматик хата

2”

1.Эш теманы асмай.

2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4.Эштең йөкмәткеһендә-20 ,телмәрендә-20-нән күберәк хата ебәрелгән.



12-15орфографик,10 пунктуацион,12 грамматик хата .


Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә.Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: Iкласта-3 орфограмма, II -4/1 , III— 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6

Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1)мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2)әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1)ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3)бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4)үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.

«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2,1/3,2/3,3/3,1/5,0/7.

«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,

өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9

«1»- уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5»-бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4»-эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3»-яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2»-бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән




Календарь-тематик план


Теманың йөкмәткеһе

Сәғәт һаны

Билдәлән

гән

сәғәт һаны


Корректиров

калау



Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Көтөлгән уңыштар



Практик эш

Йыһазландырыу

Иҫкәрмә








1-се сирек -9 сәғәт

Көҙ — 11 сәғәт


1.

С.Муллабаев Шатлыҡлы иртә

Б.Бикбай. Туған тел

1

02.

09

02.

09



Башҡорт теленең үҙен-сәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү, һорауҙарға һөй-ләмдәр менән яуап биреү .

Мәктәп, балаларҙың белем алыуы,туған

телдең ҡәҙере ,уның белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмәләр үткәреү

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-Башҡорт теле-нең үҙенсәлекле

өндәрен, хә-рефтәрен айырырға;

-тасуири итеп шиғырҙы яттан һөйләргә;

-белем алыуҙың кәрәклеге, мөһимлеген аңларға;


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-иптәштәре менән диалог төҙөргә;

-“Минең туған телем” тигән темаға фекер алышырға;

-ижади эштәр башҡарырға;

-“Башҡорт теле”тигән буклет эшләргә

Уҡыусы өйрә-нәсәк: -шиғырҙы тасуири һөйләргә




Индивидуаль карточкалар

буйынса эшләү


Мәҡәлдәр,дәреслек,Башҡортостан картаһы,«Башҡортостан панорамаһы», «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәре, С. Муллабаев ,Б.Бикбай тураһында белешмә


Башҡортостан

тураһында сығыш

2.

Әминбәк” әкиәте

1

09.

09

09

.09



Әкиәтте тасуири уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү.Образдарға характеристика биреү.


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

әкиәт йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

Әминбәк образына таянып, уҡыуҙың,

белем ,һөнәр алыуҙың әһәмиәтен аңлаясаҡ.


Тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу,уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен

үҫтереүгә күнегеүҙәр

Дәреслек,әкиәттәр китабы

Әкиәттәр буйынса уҡыу

сылар эшлә

гән һүрәт

тәр

3.

К.Кинйәбулатова.Көҙ еткәс.

1

16.

09

16.

09



Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу, шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.Әҫәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарап, уны үҙ күргәндәрең менән сағыштырыу.


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

Көҙгө тәбиғәт тураһында әңгәмәләшергә,көҙ тураһында кескәй шиғыр яҙып ҡарарға.

Уҡыусы өйрә-нәсәк: тойғо менән шиғыр һөйләргә


Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,”Көҙ”презентацияһы

Проектлау технология

һы

4.

Б.Ноғоманов Йәйбикә менән Көҙбикә

1

23.

09

23.

09



Башҡортостанда, тыуған төйәктә йәйге һәм көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, йәйге һәм көҙгө муллыҡ, балаларҙың, ололарҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр менән танышыу.



Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

көҙ тураһында һөйләмдәр,

текст төҙөргә,”Йәйбикә меән Көҙбикә” бүлеген ролдәргә бүлеп уҡырға,

образдарға, улар башҡарған эштәргә характеристика бирергә


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

үҙ фекерен яҡларға;

-парҙар менән эшләргә;

-һорауҙарға яуаптар бирергә;

-яңы һүҙҙәрҙе,

һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштерергә.

Артикуляцион күнегеүҙәр фонематик ишетеүгә күнеге-ҙәр

Дәреслек,рәссамдарҙың көҙгә картиналары

Көҙ тура

һында йыр

ҙар

5.

М.Кәрим Сыйырсыҡ балаһы

1

30.

09

30.

09



Тасуири уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү,тәбиғәткә,ҡоштарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.


Уҡыусы өйрә-нәсәк: -тойғо менән шиғыр һөйләргә;

-белемен практикала ҡулланырға;

-хикәйә менән әкиәтте сағыштырырға.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

әҫәрҙе үҙ

һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәрергә;

-образдар буйынса фекер алышырға,уларға үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә


Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,М.Кәрим портреты,М.Кәримгә презентация

Ҡош

тар тура

һында мәғлүмәт

6.

Н.Әминева Тыуған ер.

Тыуған ер(ҡобайыр)

1

07.

10

07.

10



Тасуири уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү,тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-әңгәмәлә ҡатнашырға;

-үҙ фекерен яҡларға;

-тыуған иле тураһында ғорурлана,

уның гүзәллеге тураһында һөйләргә.

Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,мәҡәлдәр

Баш

ҡортостан карта

һы

7.

Т.Ғәниева Уралиә тигән ил.

Р.Ниғмәти.

Йәмле Ағиҙел буйҙары

1

14.

10

14.

10



Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу; Тыуған ил матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уны һаҡлау,яҡлау,

илһөйәрлек тәрбиәһе биреү


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

Проза менән шиғри әҫәрҙе айырырға

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-тексты үҙләштерергә һәм үҙ фекерен белдерергә;

-Тыуғае ер,тыуған төйәк,Башҡортостан,Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөргә,

Сағыштырырға.

Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,Т.Ғәниева,Р.Ниғмәти тураһында белешмә,карточкалар

Тыу

ған ил тура

һында мәҡәлдәр

8.

Ф.Рәхимғолова.Мин-Башҡортостандан.Ә.Вахитов.Аҡһаҡал аманаты

1

21.

10

21.

10



Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу; илебеҙгә кәрәкле, ышаныслы алмаш булып үҫеү теләге тәрбиәләү.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштерергә

— үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләрен арттырырға. Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-әҫәрҙә тыуған ер өсөн,халыҡ өсөн көрәш мотивтарының сағылышын ҡарарға;

-образдароға характеристика бирергә;

-оҡшаған бер геройға үҙең күҙҙаллағанса һүрәт төшөрөргә;

— тәржемә күнекмәләре үткәрергә

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,Ф.Рәхимғолова,Ә Вахитов тураһында белешмә,шәжәрәләр

Шәжәрәңде төҙөп килер

гә

9.

А.Йәғәфәрова.Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

1

28.

10

28.

10



Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү.Унда дуҫлыҡ темаһының сағылышын ҡарау.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштерергә

— үҙ һүҙҙәре менән һөйләү күнекмәләрен арттырырға.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-образдарға характеристика бирергә;

-яңы һүҙҙәр үҙләштерергә-ижади эштәр башҡарырға.

Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,А.Йәғәфәрова тураһында белешмә,уның китаптары күргәҙмәһе

Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр




2-се сирек -8 сәғәт


10

Ф.Иҫәнғолов Хәмит күпере

1

11.

11

11.

11



Хикәйәнең үҙләштереү.Унда хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

— үҙ һүҙҙәре менән һөйләү күнекмәләрен арттырырға.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-образдарға характеристика бирергә;

-Вәлит менән Хәмит образдарын сағыштырырға,шул нигеҙҙә “Кеше ни өсөн йәшәй?” тигән темаға әңгәмә ойошторорға

-яңы һүҙҙәр үҙләштерергә-ижади эштәр башҡарырға.

Фонетик күнегеүҙәр

Дәреслек,Ф.Иҫәнғолов тураһында белешмә,Ф.Иҫәнғоловтың портреты

Һүрәт төшөрөргә

11

Ф.Иҫәнғолов.Йылмайыу

1

18.

11

18.

11



Хикәйәнең үҙләштереү.Унда хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

— үҙ һүҙҙәре менән һөйләү күнекмәләрен арттырырға.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-яңы һүҙҙәр үҙләштерергә-ижади эштәр

башҡарырға.

Артикуляцион, фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,яҡшы

лыҡ,яманлыҡ тураһында мәҡәлдәр

Һүрәттәр конкурсы

Ҡыш- 14 сәғәт



12.

Н.Мусин Ҡоралайҙар

1

25.

11

25.

11



Шиғырҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының тасуирланыуын күҙәтеү.Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштерергә.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

  • үҙ һүҙҙәре менән һөйләү күнекмәләрен арттырырға;

  • -тәбиғәтте, ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау мәсьәләһенең ҡуйылышын күҙәтеү,уның әһәмиәте тураһында әңгәмә ҡорорға

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-яңы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштерергә-уларҙы үҙ телмәреңдә файҙалана белергә.

Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,С.Әлибаев,Н.Мусин тураһында ҡыҫҡаса белешмә,ҡыш тураһында презентация

ҡыш тураһында һүрәт

13.

В.Әхмәҙиев.

Ҡышҡы урманда.


1

02.

12

02.

12



Шиғырҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының шыршы байрамының тасуирланыуын күҙәтеү.Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

  • Шиғырҙы яттан һөйләү күнекмәләрен арттырырға;

  • -тәбиғәтте, ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау мәсьәләһенең ҡуйылышын күҙәтеү,уның әһәмиәте тураһында әңгәмә ҡорорға

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-яңы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштерергә-уларҙы үҙ телмәреңдә файҙалана белергә.

Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,ҡыш тураһында йырҙар,мәҡәл

дәр,йомаҡтар

Кроссворд

14.

М.Кәрим Ҡыш бабай бәләкәй саҡта

1

09

12

09

12



Хикәйәнең йәкмәткеһен үҙләштереү.Унда тәбиғәт темаһының сағылышын ҡарау

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-тема буйынса һөйләргә,

-төркөм менән эшләргә

-дөрөҫ интонация менән уҡыр-ға.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-текстың йөк-мәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә



Тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу,уҡыусы

ларҙың һөйләм телмәрен

үҫтереүгә күнегеүҙәр

Дәреслек,М.Кә

римдең портреты,

уның тураһында ҡыҫҡаса белешмә

Ҡыш бабай тураһында белешмә

15

Аҡъял батыр

1

16.

02

16.

02



Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү.Әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Аҡъял батыр образында ир-егеттәргә хас ҡыйыулыҡ,батырлыҡ,ғәҙеллек сифаттарының бирелешен күҙәтеү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

әкиәт йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә,

-ижади эшләргә (әкиәт уйлап сығарырға)


Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,әкиәт

тәр китабы

Төп геройға характерис

тика

16.

Инша.”Минең яратҡан әкиәт геройым”

1

23.

12

23.

12



Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү.Әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Ҡамыр батыр образында ир-егеттәргә хас ҡыйыулыҡ,

батырлыҡ,ғәҙеллек сифаттарының бирелешен күҙәтеү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

әкиәт йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә,

-ижади эшләргә (һүрәт төшөрөргә,инша яҙырға)


Тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу,уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен

үҫтереүгә күнегеүҙәр

Дәреслек,һүрәт

тәр

Төп геройға характерис

тика

17.

Хаталар өҫтөндә эш.Йомаҡ.

Мәҡәл.Йыр.


1

30.

12

30.

12



Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү,уның традицион жанрҙарын барлау,һәр жанрға хас үҙенсәлектәрен асыҡлау,телмәр үҫтереү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

йомаҡ ҡойошорға,таҡмаҡ әйтешеү күнекмәләрен арттырырға


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйыу тәжрибәһенә;

-таҡмаҡ сығарырға;

-йомаҡтар буйынса һүрәттәр төшөрөргә;

— презентация эшләргә.


Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,йомаҡтар,

мәҡәлдәр китабы

Йомаҡ яҙып килергә






3-сө сирек — 9 сәғәт


18.

Р.Солтангәрәев Эшләп ашаһаң

1

20.

01

20.

01



Әҫәрҙә хеҙмәт һөйөү тәрбиәләү,һөнәр һайлау,файҙалы кеше булыу мәсьәләһенең ҡуйылышын күҙәтеү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

“Йәшәүҙең мәғәнәһе-халыҡҡа,илгә хеҙмәт итеүҙә”темаһына фекер алышырға;

-“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”мәҡәленең асылына төшөнөргә.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә



Тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу

Дәреслек,Р.Солтангәрәев тураһында ҡыҫҡаса белешмә,хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр

Һүрәт төшөрөргә

19.

Ф.Туғыҙбаева Яңы күлдәк

1

27.

01

27.

01



Хикәйәнең йәкмәткеһен үҙләштереү.Унда һөнәр һайлау темаһының сағылышын ҡарау

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

Гөлнисаның һөнәр һайлауы тураһында фекер алышырға;

-“Минең буласаҡ һөнәрем” темаһына әңгәмә үткәрергә.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйырға;

— китапсыҡ эшләргә.


Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,Ф.Туғыҙбаева тураһында белешмә, магазинда презентацияһы


20.

Ҡәмән менән Сәмән,картуф сәскән Сәлмән

1

03.

02

03.

02



Әкиәттең йәкмәткеһен үҙләштереү.Унда уңғанлыҡ,ялҡаулыҡ темаһының сағылышын ҡарау

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

әкиәт йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға;

-Сәлмән образына характерсти

ка бирергә.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә,

-ижади эшләргә (һүрәт төшөрөргә)


Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,әкиәттәр китабы

Һүрәттәр конкурсы

21.

Д.Бүләкәов Яралы китап

1

10.

02

10.

02



Әҫәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү.Тәржемә күнекмәләре үткәреү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

хикәйә йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға;

-һуғыш,хеҙмәт ветерандары,армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡандар менән осрашырға;

— Ватансылыҡ,ил һаҡлау мәсьәләләре тураһында әңгәмә үткәрергә.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә,

-тәржемә итергә.


Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,Д.Бүләков тураһында ҡыҫҡаса белешмә

Һуғыш тураһында әңгәмә

22.


Ә.Вахитов Өс бөртөк бойҙай

1

17.

02

17.

02



Әҫәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү.Тәржемә күнекмәләре үткәреү

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

хикәйә йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға;

-һуғыш,хеҙмәт ветерандары,армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡандар менән осрашырға;

— Ватансылыҡ,ил һаҡлау мәсьәләләре тураһында әңгәмә үткәрергә.


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә,

-тәржемә итергә.

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙарҙан өҙөктәр

Һуғыш тураһында рәссамдарҙың картиналары

23.


М.Кәрим.

Дан кәпәс түгел

1

24.

02

24.

02



Әҫәрҙең өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.Һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Уҡыусы өйрәнәсәк:

-текстың йөкмәтке

һен ҡыҫҡаса һөйләргә


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-тема буйынса һөйләргә,

-төркөм менән эшләргә

-ҡысҡырып,

дөрөҫ интонация менән уҡырға.

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,М.Кәрим портреты,китаптар күргәҙмәһе

Һүрәт төшөрөргә

24.

Н.Мусин Атайымдың ос һәнәге

1

03.

03

03.

03



Әҫәрҙең өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.Һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Уҡыусы өйрәнәсәк:

-текстың йөкмәтке

һен ҡыҫҡаса һөйләргә


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-тема буйынса һөйләргә,

-төркөм менән эшләргә

-ҡысҡырып,

дөрөҫ интонация менән уҡырға.


Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,Н.Мусиндың портреты,уның тураһында ҡыҫҡаса белешмә

Ос һәнәк тураһында белешмә

25.

Ә.Әминев.Әсикмәк.Тест.

1

10.

03

10.

03



Әҫәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау.Тест эшләү.

Уҡыусы өйрәнәсәк:

-текстың йөкмәтке

һен үҙләштерергә, ҡыҫҡаса һөйләргә ;

-һүҙлек эше башҡарырға


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-әсәләр тураһында бүтән әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөргә;

-төркөм менән эшләргә

-ҡысҡырып,

дөрөҫ интонация менән уҡырға.

Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,Ә.Әминев тураһында ҡыҫҡаса белешмә

Икмәк төрҙәре тураһында яҙып килергә

26.

Ғ.Аллаяров.

Таҫтамал

1

17.

03

17.

03



Әҫәрҙә әсә һәм ул образының бирелешен асыҡлау.Тәржемә эше үткәреү.

Уҡыусы өйрәнәсәк:

-текстың йөкмәтке

һен үҙләштерергә, ҡыҫҡаса һөйләргә ;

-һүҙлек эше башҡарырға


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-әсәләр тураһында бүтән әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөргә;

-төркөм менән эшләргә

-ҡысҡырып,

дөрөҫ интонация менән уҡырға.

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,Ғ.Аллаяров тураһында белешмә

Һуғыш тураһында материалдар



Яҙ – 7 сәғәт

4-се сирек — 8 сәғәт


27.

З.Хисмәтуллин Сыйырсыҡ

1

07.

04

07.

04



Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Уҡыусы өйрәнәсәк:

-текстың йөкмәтке

һен үҙләштерергә, ҡыҫҡаса һөйләргә ;

-яңы һүҙҙәр үҙләштерергә,уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға;


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

  • -яҙ тураһында әңгәмә үткәрергә;

  • — ижади эштәр башҡарырға(шиғыр яҙып ҡарарға,

  • синквейн төҙөргә)


Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,сыйырсыҡ тураһында материалдар

Сыйырсыҡ тураһында мәғлүмәт

28.

М.Кәрим Һеңлемдең төшө

1

14.

04

14.

04



Тасуири уҡыу, үҙ-үҙеңә баһа биреү, тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-яҙҙы кем килтереүе тураһында фекер алышырға,

-диалогтарҙа ҡатнашырға


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-ишеткән тексты үҙ һүҙҙәре ме-нән һөйләргә


Фонематик күнегеүҙәр

Дәреслек,С.Әлибаев,М.Кәрим тураһында слайдтар

Яҙ тураһында йомаҡтар

29.

Айыу менән бал ҡорттары

1

21.

04

21.

04



Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләү.Тәржемә күнекмәләре үткәреү

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-әкиәттә халыҡтың тәбиәғәткә,

ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте,

бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылыш тураһында фекер алышырға;


Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-ишеткән тексты үҙ һүҙҙәре ме-нән һөйләргә

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,Р.Ғарипов тураһында белешмә,уның портреты

Айыу,бал ҡорттары тураһында мәғлүмәт

30.

Ғ.Хисамов Аҡъяурын сал бөркөт

1

28.

04

28.

04



Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләү.Тәржемә күнекмәләре үткәреү

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-хикәйәнең образдарына характеристика бирергә;

— бөркөт менән һунар итеүҙе тасуирларға

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-ишеткән тексты үҙ һүҙҙәре ме-нән һөйләргә

Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,бөркөттәр тураһында белешмә

Әҫәргә һүрәт төшөрөргә

31.

М.Кәрим Өс таған

1

05.

05

05.

05



Өҙәктөң йөкмәткеһен үҙләштереү.ҡысҡырып ,дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үҫтереү. Ғабдулла,Вәзир,Айҙар образдарына характеристика биреү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын күҙәтергә;

-дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойошторорға;

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә;

-“Минең дуҫым” тигән белешмә төҙөргә

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,М.Кәримдең портреты,тест

Презентация

32.

К.Мәргән.Ҡу

райсының үлеме

1

12.

05

12.

05



Еңеү көнөнә арналған шиғырҙар менән танышыу,уларҙы тасуири уҡыу.Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп өйрәнеү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-Еңеү көнө,Бөйөк Ватан һуғышы,хал

ҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмә ҡорорға;

-ижади эштәр башҡарырға;

— “Миҙалды ни өсөн бирәләр?”тигән темаға фекер алышырға.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-һуғыш ветерандары менән осрашыу үткәрергә;

-Еңеү тураһында йырҙар өйрәнергә,

башҡарырға

Артикуляцион күнегеүҙәр Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,К.Мәргән тураһында белешмә

ҡурай тураһында белешмә

33.

Инша”Һаумы, йәй”.

1

19.

05

19.

05



Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенәтөшөнөү,йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәрең менән һөйләргә өйрәнеү.Һүҙлек эше башҡарыу.Инша яҙырға әҙерләнеү.


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-мәҫәлде ролдәргә бүлеп уҡырға;

-образдарға характеристика бирергә;

-сәхнәләште

реп ҡарарға.

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-Рус телендәге мәҫәлдәр менән сағыштырыр

ға,оҡшаш һәм айырым яҡтарын табырға

Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Дәреслек,М.Ға

фури тураһында белешмә,мәҡәлдәр китабы

Әҙәбиәт теорияһы.

Мәҡәл



Йәй – 1 сәғәт

34.

Хаталар өҫтөндә эш.С.Муллабаев. Йомарт йәй

1

26.

05

26.

05



Шиғырҙарҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуын күҙәтеү.Үҫемлектәрҙең,бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү.Йәйге күренештәр, балаларҙың ялы, уйындары тураһында әҫәрҙәр менән танышыу, телмәр үҫтереү,

йәйге ялды дөрөҫ ойош-тороп һаулыҡты нығытыу теләге уятыу.


Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-йәй,йәйге эштәр,йәйге каникул тураһында әңгәмә ойошторорға;

-“Иң яҡшы инша” конкурсының һөҙөмтәләре менән танышырға;

Уҡыусы өйрә-нәсәк:

-Йәйге уйындар, тәбиғәт тура-һында эҙмә-эҙлекле һөйләргә;

-йәй тураһында йырҙар;

-саф һауала уйнай торған башҡорт халҡының уйындарын .

Артикуляцион күнегеүҙәр

Дәреслек,йәй тураһында шиғырҙар,йомаҡтар

Кластан тыш уҡыуға әҫәрҙәр






Свежие документы:  Рабочая программа. "Стилистика. 10 -11 классы"

скачать материал

Хочешь больше полезных материалов? Поделись ссылкой, помоги проекту расти!


Ещё документы из категории Разное: