Конспект урока «Урман ситендә. Ш. Бикҡол» 3 класс


Тема: Урман ситендә. Ш. Бикҡол.

Маҡсат: 1.Урман ситендә хикәйәһенең йөкмәткеһен

һәм төп фекерен аңлатыу

  1. тасуири уҡыу күнекмәләрен, уйлау, фекерләү,һәләтен, телмәрен үҫтереү һәм һүҙ байлығын арттырыу

  2. ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, ярҙамсылыҡ тойғоһо уятыу, тәбиғәттең матурлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тағараҡ, ҡоштарҙың һүрәттәре, ҡоштар

тауышы яҙылған фонояҙма, Ҡантүш күренде ҡыш

килде плакат, ҡышҡы ағас һүрәте, кооссворд

таблицаһы,Ҡыҙыл китап,Тәбиғәт дуҫтары танытма.

Дәрес барышы.

l Ойоштороу мәле.

1.Психологик минутлыҡ.

-Тимәк, кәйефегеҙ күтәренке.

— Яҡшы!

Һаумы ҡояш! Һаумы дуҫым!

Һаумыһығыҙ уҡытыусылар!

Ҡояш! Ғаләм! Тыуған ер!

Миңә йән тыныслығы бир…

Мин сәләмәт. Мин матур !

Салауат кеүек батыр!

ll Үтелгәндәрҙе нығытыу.

1.Йомаҡтар ҡойоу. –Уҡыусылар мин һеҙгә йомаҡтар

әйтәм, ә һеҙ яуаптарын ошо бирелгән кроссворд эсенә

яҙып барығыҙ.(Ике төркөмгә бүленеү.)

а) Ҡойроғон ҡайсылап, б) Ағас башы туҡылдыҡ.

Ауыҙын тамсылап, Туҡый –туҡый,туҡ булдыҡ.

Ағасһыҙ, мөйөшһөҙ (Тумыртҡа).

Өй һалды, еүешләп. (Ҡарлуғас).

в) Ниндәй ҡош үләкһә менән туҡлана. (Ҡоҙғон).

г)Ҡолға башында йорто,эсендә тора йырсы.Сыйырсыҡ.

д) Ниндәй ҡош тауыш һыҙ оса? (Ябалаҡ).

е) Арыш сите менән был ҡош е) Үҙе йомортҡа баҫмай

айырылмаҫ дуҫ буғай- Балаларын да баҡмай.

Башаҡтар йырға ҡушыла, (Кәкүк).

Һайрап ебәрһә… (Турғай).

ж)Ниндәй ҡоштар үҙ парын ғүмерлеккә һайлай?(Аҡҡош

-Тимәк беҙ йомаҡ аша “күсер ҡоштарға” ла туҡталдыҡ.

-Улар беҙҙең менән хушлашалар.

-Ә ҡайһы бер ҡоштар беҙҙә ҡала.

-Беҙҙә ҡалыусы ҡоштарҙы ниндәй ҡоштар?-тип

әйтәбеҙ.

4. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

-Беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә ҡышлаусы

ҡоштарҙың тормошо менән яҡындан танышырбыҙ.

-Вертикаль шаҡмаҡтарҙа ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

-Әйе, “Ҡыҙылтүш” һүҙе килеп сыҡты. (Фонояҙма ҡоштар тауышын ишеттереү).

-Был нимәнең исеме? (Ҡоштоң.)

-Беҙ был ҡошто “Ҡантүш”-тип тә йөрөтәбеҙ.(һүрәтен

таҡтаға элеү).

-Был ҡош тураһында ырым да бар.Уҡып ишеттерәйек.

-“Ҡыҙылтүш” күренде ҡыш килде.

-Оҙаҡламай ҡар яуыр-тип фараз ҡылғандар.

-Ҡоштар тураһында “Йәшлек” гәзитендә Әбйәлил

районынан Иҙрис Ноғоманов яҙып сығарған.

Табып уҡырһығыҙ.

-Урыҫ халҡында 14 нояберҙе “Ҡарабаш” турғайҙар

көнө-тип билдәләгәндәр. Сөнки ошо көндә беҙҙең

яҡтарға ҡышлаусы ҡоштар осоп киләләр.

2.Өйгә эште тикшереү.

Бына шулай ҡоштар беҙгә ҡарҙа алып килде.

-Ҡар бөртөктәре нимәгә оҡшаған?

lll Яңы тема өҫтөндә эш.

-Беҙ Шәриф Бикҡолдың “Урман ситендә” хикәйәһе

менән танышабыҙ.

-Шәриф ағайҙың төп маҡсаты: “кескәйҙәрҙә һүҙгә

иғтибарлылыҡ,туған телгә һөйөү тәрбиәләү”.

1.Хикәйә буйынса эш.

-Таҡта ла бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ,һәр һүҙҙең

мәғәнәһен аңлатайыҡ.

а) Һүҙлек эше. Тармакиндер мөһим-әһәмиәтле

ҡәнәғәт-ризалыҡлы

б) Хикәйәне уҡытыусы уҡый.

-Мин уҡығанда иғтибар менән тыңлағыҙ,уйлап йөрөтөп

барығыҙ һәм ошо һорауға яуап бирегеҙ.

— Яҙыусы ни өсөн хикәйәгә “Урман ситендә”тип исем

биргән?

в) Үҙ аллы уҡырға.

-Үҙ аллы уҡығанда, бер юлы ошо һорауҙарға яуапты

билдәләп барығыҙ.(Таҡталағы һорауҙарҙы бүлеп

биреү).

1. Балалар тағараҡты нисек яһанылар?

2. Ҡоштарға ниндәй аҙыҡ һалдылар?

3. Ҡышҡы урман нисек һүрәтләнгән?

lV Физминутка.

Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!

Ҡыш килһә асыға (атлайҙар).

Бойоға күгәрсен (сүгәләйҙәр).

Турғай ҙа елкенеп ( ҡул болғайҙар).

Ем эҙләй, күрәһең (әйләнәләр).

Уларға шаярып,

Атмағыҙ йәйәнән (бармаҡ янайҙар).

Һаҡлағыҙ уларҙы

Үлемдән, бәләнән (ҡулдарҙы йәйәләр). V Нығытыу. -Хәҙер беҙҙә үҙебеҙҙең Мөхтәр йырыны янында үҫкән Ҡайын ағасы- тип хис итеп, ошо бирелгән ҡайын

ағасын һүрәтләйбеҙ. -Ә Мөхтәр йырыны ҡайҙан барлыҡҡа килгән?

-Таҡтала бирелгән һорауҙарҙы уҡып, яуапты

хикәйәнән табып уҡып, ботағына бирелгән

ҡулланмаларҙы ҡуябыҙ.

-Ҡайын ағасының ботағына:тағараҡ эләйек,ҡоштарҙың

исемен әйтеп,тағараҡ тирәләй ағастың ботаҡтарына

ҡоштарҙы урынлаштырайыҡ.

(Ҡоштар тауышын ишеттереү).

-Ҡоштар- тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге.Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә,тормошто биҙәй.

-Ә һеҙ уҡыусылар асыҡҡанығыҙ, өшөгәнегәҙ бармы?

(балаларҙың һөйләүе).

-Һеҙ асыҡҡан, өшөгән ҡоштарҙы һүрәтләп күрһәтегеҙ.

-Әйе, ысынлап та ҡышын ҡышлаусы ҡоштарға еңел

түгел.Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә ҡоштар ҙа ҡаты

һалҡындан ыҙа сигә,аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса

алмайҙар.

-Был ваҡытта уларға ярҙам итер кәрәк. Күп ҡоштар

хайуандар, үҫемлектәр “Ҡыҙыл китапҡа” ингән.

-“Ҡыҙыл китап”ҡа инмәгән ҡош һәм йәнлектәрҙе лә

һаҡлағыҙ! Уларҙың ғүмере һеҙҙең ҡулда!

Vl Дәресте йомғаҡлау.

1.-Уҡыусылар, һеҙ бөгөнгө көндән “Тәбиғәт дуҫтары”.

-Тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләре яҙылған танытма

алаһығыҙ.(Уҡып ишеттереү).

-Һеҙ,тәбиғәткә һаҡсыл булырға, тыуған еребеҙҙе,

илебеҙҙе яратыусы кешеләр булып үҫегеҙ.

2.-Был хикәйә һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

3. Билдә ҡуйыу.

Vll Өйгә эш.

Б. 142-145 һөйләргә әҙерләнегеҙ.

Ишбулды ауылы урта мәктәбе.








Туған телдән асыҡ дәрес.

Тема: “Урман ситендә”. Ш.Бикҡол.

3 класс.



Уҡытыусы:Хәйбуллина М.Г.
















2014-2015 уҡыу йылы.

Свежие документы:  Конспект урока для 5 класса "Путешествие в страну Всезнайки"

скачать материал

Хочешь больше полезных материалов? Поделись ссылкой, помоги проекту расти!


Ещё документы из категории Разное: